Мөнир Ҡунафин ижады

  • Подписчики: 962 подписчиков
  • ID: 82275134
Блокировка:
Нет ограничений
Верификация:
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
Видимость
открытое
Популярность:
У сообщества нет огня Прометея
Домен:
club82275134

Описание

Ҡунафин Мөнир Сахиулла улы 1971 йылдың 17 мартында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Ҡунафин Сахиулла менән Ҡунафина (Ғәзизова) Флүрәнең дүртенсе балаһы булып донъяға килә. 1978 – 1985 йылдарҙа тыуған ауылындағы урта мәктәптә уҡый. 1985-1988 йылдарҙа 1-се һанлы Башҡорт республика мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем ала. 1988 – 1993 йылдарҙа БДУ студенты. Студент сағында уҡ, йәғни 1993 йылда, “Йәшлек” республика йәштәр гәзитенә эшкә саҡырып алалар. Был баҫмала (1993-2005, 2007-2012), “Ватандаш” журналында (2005-2007) бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 2012 йылда “Шоңҡар” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр. 2020 йылдан “Ағиҙел” төп әҙәби журналыбыҙҙы етәкләй. Хеҙмәт ветераны. Яҙыусы, драматург. Мәктәп йылдарынан уҡ яҙыша, әҙәбиәткә шағир булараҡ килде. “Шундай мәлем” һәм “Ғүмер тигәндәре...” исемле шиғри йыйынтыҡтары уны үҙенсәлекле шағир итеп танытты. Мәртәбәле һаналған “Илһам шишмәләре” исемле төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә Гран-при яулауы быға дәлил дә. Ә инде хикәйә, повестары матбуғатта баҫылғас, уның талантын баһалаусылар тағы артты. ”Тәңре өрөк ҡапҡанда”, “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...”, “Шаҡмаҡ ҡояш” “Под устаревшим солнцем”, “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине...”, “Бер ғүмер етмәй икән...” һәм башҡа проза, публицистика китаптары тиҙ арала таралып бөттө. Уның әҫәрҙәренең һәр эпизодына мәғәнәле һәм һоҡландырғыс, уйландырғыс һәм тетрәндергес донъя, тормош сәхифәһе, күңел кисерештәре, фәлсәфәүи фекер, тәрән психологизм һалынған. Уның ижады хаҡында академик Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Ҡунафин, халыҡ шағиры Р. Бикбай, халыҡ яҙыусылары Т. Ғарипова, Ә. Әминев, ғалимдар Р. Азнағолов, З. Алибаев, Г. Гәрәева, Ғ. Галина, яҙыусылар Ә Үтәбай, А. Юлдашбаев, С. Әбүзәр, Г. Хәлфетдинова һәм башҡалар матбуғатта ҙур мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Уның прозаһы Рәсәй кимәлендә лә баһаланды: ул Свердловск өлкәһендә үткән Бөтә Рәсәй йәш яҙыусылар семинарының асышы (2009 г), “Светлые души” В. М. Шукшин исемендәге Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсы лауреаты (2010 г)булды. “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...” повесы 2015 йылда Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән “Яңы офоҡтар” проза конкурсында еңеп сыҡты, драматургия буйынса үткәрелгән республика конкурсы